|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||

Милли батырыбыҙ - Салауат Юлаев һәйкәле осраштыра, таныштыра, табыштыра… Алтынсы йыл рәттән Салауат Юлаев майҙанында Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Юлдаш» каналы Белем көнөнә арналған байрам концерты ойоштора. Быйылғы сара ла йыр-моң, ихлас тәбрикләүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар менән үрелеп барҙы, еңеүселәргә шәп бүләктәр тапшырылды.

Искәндәр Ғәзизов

Фәдис Ғәниев

Күңелле уйындар

Шәп бүләктәр

Алып барыусылар Гүзәл Ситдиҡова менән Марсель Байдәүләтов.

Байрамға йәше-ҡарты, уҡыусылар һәм студенттар, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары йыйылды.
Салауат Юлаев майҙанында алма төшөр урын булманы!
2010/2011 яңы уҡыу йылы күңелле башланды. Уҡыусыларға һәм студенттарға уңыштар теләйбеҙ. «Юлдаш» менән бергә ҡалығыҙ!