251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Гүзәл Ситдиҡова көндәлеге

Баш һүҙ

Бөгөн мин һеҙҙе журналист эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһен тыңларға, төрлө мәл-ваҡиғаларҙың шаһиты булырға саҡырам. Махсус репортаж шуныһы менән дә отошло-тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡан геройҙар, билдәле шәхестәр, эксперттар, төрлө белгестәр асыҡтан-асыҡ үҙ һүҙен әйтә. Көслө фекерҙәр яңғырай. Тапшырыуҙар нисек әҙерләнде һәм әҙерләнә? Тәү сиратта, ул-махсус рейдтар. Эҙләнеү. Табыу. Еткереү. Махсус репортаждарҙа күтәрелгән темалар-беҙҙең ысынбарлыҡ, уларҙы ситләтеп үтеп булмай. Әммә уларға тотоноусы, йәмғиәткә саҡырыу ташлаусы һирәк. Төп маҡсатым-тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырыу һәм уйландырыу. Донъяны ҡара төҫтәргә буяу түгел, ә ошо махсус репортаждарҙа сағылыш тапҡан һоролоҡҡа сорналған күренештәрҙең ни өсөн килеп сығыуын асыҡлау һәм көрәш юлдарын эҙләү. Әлбиттә, ябай бер журналист был күренештәргә ҡаршы әллә ни ҡыйрата, тамырынан өҙөп ырғыта алмайҙыр, әммә кемделер ниндәйҙер яуыз ниәтенән, ауыр енәйәттән йолҡоп, һаҡлап алып ҡала, йә тормошондағы ыңғай үҙгәрештәргә этәргес көс була ала икән-тимәк, ҡайһылыр кимәлдә, маҡсатҡа ирешелде тигән һүҙ. Тапшырыуҙарға ҡарата үҙ фекерҙәрегеҙҙе асыҡ яҙырһығыҙ тип ышанам. Һәр хәлдә, бәхәс ҡороуға нигеҙ бар. Уңыштар.