251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Һауа торошо (Өфө)

төндә
6..8°C
иртән 6..8°C
көндөҙ 9..11°C
кис 7..9°C

Юлдаш акциялары

Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.

Һәүәҫкәр башҡарыусылар өсөн конкурс!

Башҡортостан тураһында оло һөйөү менән!

Гитарала уйнап йырлаусыларҙың беренсе асыҡ конкурсы

Ижади конкурс! 10 майға тиклем дан ғаиләләр тураһында яҙығыҙ!

Рәсүл Сәғитов көндәлеге

ЯМАНЛЫҠТАР БЫЛАЙ ҘА ЕТЕРЛЕК

Был көндәрҙә ауырып ятырға тура килде: бер миҙгелдең  икенсеһенә юл бирмәҫкә самаһыҙ артыҡ тырышыуы барыбер ҙә үҙенекен итмәй ҡуйманы – һалҡын миңә лә ҡайҙалыр эләккәйне. Уныһы ла, ҡышты әйтәм, эштәрен үҙенең тейешле мәлендә эшләмәне лә – ғинуар, февраль буйы ҡарһыҙ, шар аяҙ, ҡап-ҡара туҙанлы торҙо ла, китер ваҡыты еткәйне – тотондо ла баһа. Клубҡа киске уйынға йәш саҡта йөрөргә кәрәк инде ул, ҡырҡты үткәс түгел. Унда инде әллә нимәләр кейеп ( кеймәй ) йәшәрергә тырышһаң да, килешмәй. Мостай ағай әйтмешләй: «Һәр кемдең үҙ тауы һәм шул тауға менер үҙ мәле».

  Ауырып ятылғанда, шул иҫәптән сирҙең бөгөп алып килгәненә иғтибар итмәҫ өсөн дә, телевизорҙы ҡабыҙғыланым һәм, был әллә ни оҙаҡ дауам итмәһә лә, ғәҙәттәге көн тәртибем менән сағыштырғанда ныҡ ихлас тамашасыға әүерелдем. Һәм бынан, ғәфү итегеҙ… бүгә яҙҙым. Сөнки Брянскиҙағымы әле анауы ике бәндәне, башта бәпесебеҙҙе урланылар тип йәнәһе лә хәсрәтләнгән, аҙаҡ уны үлтереүҙәрен таныған йәш ҡатын менән уның менән бергә йәшәгән хәшәрәтенең, тарихын күрһәттеләр ҙә һөйләттеләр, һөйләнеләр ҙә күрһәттеләр. Ҡабатлап-ҡабатлап. Бөтә каналдар ҙа тиерлек. Ваҡиғаның, яңы ғына ҡурылған ҡурмас ише, эҫе икәне аңлашыла, әммә… Көнө буйы ТВ алдында ултырған ҡала пенсионерҙары нишләй икән ул?..

  Ауырып ятып ТВ-ны күберәк ҡарау минең үҙемдең аудитория алдында ла даими әйтә килгән фекерҙәремдең береһен тағы ла нығыта төштө: киң мәғлүмәт сараларында ҡырҡыу, атып-бәреп торған мәсьәләләр күтәрелһен тиһәләр ҙә бына былай уҡ кәрәкмәй ул, кәрәкмәй. Ғибрәт өсөн тиһегеҙме? Улайһа булһа – ярай ҙа, өлгө итеп ҡабул ителеп ҡуйылмаһа… Юғиһә бахыр бәпестең бәләкәс кәүҙәһенең нисек усаҡта яндырылғанына хәтлем ентекле бәйән ителде бит. Өлгө һәйбәт булһын өсөн һәйбәт нәмәләрҙе һөйләргә тейешбеҙҙер ҙә - бала өсөн ата-әсә яуаплылығы, уны үҙ ғүмерҙәренән бигерәк яратыуы һ.б. тураһында. Һәм минең эфирҙан, матбуғаттан яҡшылыҡты ишеткем, күргем, уҡығым килә, яманлыҡтар донъяла былай ҙа етерлек.

ҠАЙҺЫ БЕР ҺЫҒЫМТАЛАР

  Бынан алдағы яҙмаға килгән комментарийҙа, ана, аҫта, ҡарағыҙ әле,  Башҡортостан яҙыусыларының сираттан тыш 16-сы съезының нисек үткәне тураһында һорау-үтенес бар. Был  турала хәҙер мәғлүмәт күп кенә булһа ла, ваҡиға бөгөнгө оператив заманда яңылыҡ булыуҙан инде туҡтаһа ла, темаға, үтенесте яҙыусыға хөрмәт йөҙөнән, ҡана һуң, әйләнеп ҡайтайыҡ.

  Мин әле бында йыйын буйынса тулы хисап бирергә, бөтә уйлағанымды теҙеп яҙырға йыйынмайым, бер нисә һығымтаны ғына, әйҙәгеҙ, теркәйем улайһа.

   Ә һығымталар былай.

  Беренсенән, форум алдан билдәләнгән көнө-ваҡыты-урынында асылып, шул көнө-ваҡыты-урынында ябылды. Һәм был – бик һәйбәт нәмәлер. Быны мин һис тә  шаяртып йә кемгәлер төрттөрөп әйтмәйем, сөнки съездың, мәҫәлән, көн тәртибендәге икенсе мәсьәләне – рәйес һайлауҙы хәл итеп еткермәүе лә ихтимал ине лә баһа. Шулай тигәндә бер кандидаттың да тауыштарҙың, устав ҡушыуынса, өстән ике өлөшөн йыя алмауы, ә, тимәк, яңы съезд йыйырға тейешлек, шулай ығы-зығының һаман дауам итеү ҡурҡынысы хәүефенә ишаралайым. Ҡатмарлы һөйләм яҙҙым шикелле. Йә, ярай, иң мөһиме – фекер аңлашылһын. Ысынында, тауыш биреү ике турҙа үтһә лә, тағы бер сираттан тыш йыйылыш хәленә үк барып етелмәне, союз етәкселе булды.

  Икенсенән, ул, съезд, алдан фаразланыуынса , бик шау-шыулы үтте. Көтөлгәндән дә ғауғалыраҡ түгелме икән әле... Демократия – шәп нәмә, әлбиттә, күпселек нимә теләй, шул үтә лә китә, ижад кешеһенең ирекле булыуы, фекерен азат белдереүенә лә хөрмәт менән ҡарарға кәрәктер. Шуның менән бергә, йәшермәйем,ваҡыт-ваҡыт үҙемде нисектер уңайһыҙыраҡ тойҙом.

   Өсөнсөнән, съезд барған ваҡыттағы кәйеф менән тәнәфестәрҙәге кәйеф бер-береһенән ныҡ айырылды кеүек. Тәнәфестәрҙә ағай-эне, йәмәғәт, ана, йылмайыша-көлөшә, шылт-шылт күмәкләп фотоға төшә. Кемдер берәү, икенсеһенең янына барып баҫып:

- Беҙҙе төшөрсө әле! – тип фотоаппаратын өсөнсөһөнә һоноуы

була, яндарына тып итеп тағы бер нисә кеше килеп тә баҫа – олуғ әҙип менән йәнәшә тороп тарихҡа инергә теләүселәр күп. Әйткәндәй, тауыш биреү бюллетендәрен алырға һыу буйы сиратта торғанда ла мин үҙем һәйбәт тойғолар кисерҙем. Шулай иттем, сөнки колбасаға сиратҡа баҫмағанбыҙ бит, яттар араһында ла түгелбеҙ, бер-беребеҙҙе бөтәбеҙ ҙә тиерлек беләбеҙ. Ғөмүмән, күп билдәле кешеләрҙең бергә йыйылған урыны булды ул 16 мартта филармонияның кесе залы. Ошо күңелле  күренешкә күркәмлекте  әҙиптәрҙең ҡулдарына китап тотоп йөрөүҙәре лә өҫтәне, уларҙы, ғәҙәттәгесә, «Китап” нәшриәте ойошторған күргәҙмә-сауҙала осһоҙ ғына хаҡҡа һатып алырға мөмкин ине.

  Әлегә бына шундай һығымталар. Ентекле һүҙ вәғәҙә лә итмәгәйнем. Ә айырым мәсьәләләр буйынса фекерҙәремде, ихтыяж булһа, бәлки, киләсәктә яҙа барырмын.

КҮҢЕЛЛЕ МӘШӘҠӘТТӘР

  Илдә 8 март алды, һәр ваҡыттағыса, тиҙ килеп етте, ҡотлау сараларына йомарт булды һәм, шул арҡала, йәһәт үтеп тә китте. Хеҙмәт коллективтарында ( элеккесә шулай әйтәйек әле ) тик ир-аттан ғына торған ваҡытлы йәшерен ойошмалар барлыҡҡа килде. Уларҙың бик ҡаты конспирация менән үткән ултырыштарында бер, әммә бик мөһим мәсьәлә ҡаралды – хеҙмәттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы быйыл нисек ҡотларға? «Нисек?» тигән һорау эсенә нимә бүләк итеү, быны ҡайҙа, ҡайһылайтып башҡарыу, күпме финанс кәрәк буласаҡ кеүек һәр береһе айырым бер пункт булырлыҡ ифрат етди мәсьәләләр инде.

  Төрлө урындарҙа төрлөсә булды, әлбиттә, шулай булыуы – һәйбәт тә. Һәм был ҡотлауҙар дөйөм алғанда арыу ғына тормошҡа ашты ла шикелле, һәр хәлдә 6-һынан башлап ошоно сағыу раҫлаған күңелле шау-шыу ишетелә башланы. Бөтә тирә-яҡ сәскә, хушбый еҫтәренә, ҡатын-ҡыҙ йылмайыуына сорналғайны.

  Бынан, ошондай күңелле мәшәҡәттәрҙән, беҙҙең радио ла, шөкөр,  ситтә ҡалманы. Беҙ - бәлки, заманса түгелбеҙҙер, ләкин, боронғоса, стена гәзите ( моғайын, журналист биографиябыҙҙы гәзиттән башлағанғалыр ) сығарып элдек. Әйткәнем дә бар, ҡабатлайым: шәхсән үҙем халыҡ ижадының таҡмаҡ жанрын бик хөрмәт итәм һәм был юлы ла ошо ысулды һайланым:

 

                    Тәнзиләнең имзаһы

                    Тапшырыуға юл аса,

                    Ҡәләмен төртөү менән

                    Хаталар сығып ҡаса.

           ( Баш мөхәррир Тәнзилә Үлмәҫбаеваға )

 

                    Ҡабул бүлмәһенә көндә

                    Инмәйем мин түрәм тип,

                    Инәм унда Лилиәнең

                    Нурлы йөҙөн күрәм тип.

 

                    Выпускының ҡыҙҙары

                    Һылыуҙар шул бигерәк,

                    Күргем килә: яҙайымсы

                    «Дүшәмбе»не тиҙерәк.

 ( Сығарылыш бүлеге ҡыҙҙарына. «Дүшәмбелә» - шул көндө иртәнсәк эфирға сығыусы ижтимағи-сәйәси проект )

 

                          Ижтимағи-сәйәсиҙәр –

                    Таң ҡалырлыҡ нәфистәр,

                    Өҫтәүенә үҙҙәре лә -

                    Яҙыусылар, әртистәр.

( Ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге һылыуҙарына)

 

                    Алып барыусы ҡыҙҙарға

                    Ғашиҡ тәбиғәт үҙе:

                    Көн дә, ана, яҡтырҙы,

                    Ишеткәс уның һүҙен.

 

                    Хаттар бүлеге ҡыҙҙарына

                    Үҙебеҙ, бына, яҙҙыҡ:

                    «Һеҙгә булған һөйөүҙән

                    Аҡылдан шаша яҙҙыҡ»

 

                    Рекламаның һылыуҙары

                    Инәләр минең төшкә,

                    Әйтерһең дә үҙҙәре лә

                    Ялтыр журналдан төшкән.

 

                        «Ашҡаҙар»ҙың тулҡынында

                    Йөҙөүҙәре, һай, рәхәт,

                    Тауыштары - хайран моңло,

                    Йырҙарығыҙ  - бай, рәхмәт!

 

                         Яратабыҙ һеҙҙе, өҙөлөп,

                    Режиссер ҡыҙҙарыбыҙ,

                    Проектҡа йән өргәнгә

                    Рәхмәтлебеҙ барыбыҙ.

 

                    Фонотекам, бәғерем -

                    Бәйләүсе замандарҙы,

                    Һине генә күрәм тиеп

                    Туҙҙырам табандарҙы.

 

  Бына шулай, кем әйтмешләй: бәлки әллә ни шыма түгелдер, әммә дөрөҫ.

  … Совет дәүерендә «Ялан батыры» тигән бик шәп йыр була торғайны, байрам хөрмәтенә уның һүҙҙәрен үҙгәртергә тура килде, ул «Эфир матуры»на әүерелде. «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиолары ҡыҙҙарына ошо дан йырын ир-ат күмәкләп башҡарҙыҡ. Шәп килеп сыҡты, кем көйөн белә, бына, үҙегеҙ ҙә йырлап ҡарағыҙ:                       

 

               Намыҫ менән эшләп үҫкән һылыу

               Дандар алды эфир ҡырында,

               Балҡып тора сағыу йондоҙ булып,

               Йыр йырлайыҡ матур турында.

 

                        Гөлнур, Сәмиға, Фәрзәнәләр,

                        Гүзәл, Миләүшә, Фәнүзәләр,

                        Арыҫланова, Мәжитова

                        Ҡәләменән шедеврҙар тыуа.

                     

                Эшендә ул – маһир хәбәрсе:

                Әйтерһең дә – «алғы һыҙыҡ»та,

                Өйөндә ул – тыл хеҙмәтсәне,

                 Һай, афарин – шундай һығымта!

                                                                                 

                         Нуриялар, Резедалар,

                         Диларалар, Гөлдәр, Лилиә,

                         Ленария, Зөлфиә, Гөлдәр,

                         Венералар - эфирҙа телдәр.

       

                 Һаумыһығыҙ, «Юлдаш» һеҙгә һөйләй,

                 Һүҙгә ҡушып матур көйҙө көйләй:

                 Беҙҙең ҡыҙҙар – донъя гүзәлдәре,

                 Һөйә генә торған мәлдәре.

                                                                

                         Эльвиралар, Раниялар,

                         Рәсимәләр, Флоридалар,                             

                         Баш мөхәррир Тәнзиләбеҙ,

                         Бәхет-шатлыҡ һеҙгә теләйбеҙ!

Тексты яҙғанда коллективтың бөтә ҡатын-ҡыҙҙарының да исемдәрен теркәргә ныҡ тырыштым, әлбиттә, шулай ҙа кемдәрҙекелер, бәлки, төшөп тә ҡалғандыр, етмәһә рифма ла, ритм да, интонация ла кәрәк ине, шуның өсөн бөгөн, бына, һуңлап булһа ла, ғәфү үтенеп ҡуяйым:-))

УЙЫН ЭШ ТҮГЕЛ

  Бынан алдағы яҙмамда шул көндө, 5  мартта , хоккейҙа еңеребеҙҙе фаразлағайным. Дөрөҫөрәге –шуны теләгәйнем, шуға рухландырғайным. Рухландырҙым шул, сөнки ҡунаҡсыл булыу – бик шәп күренеш, әлбиттә, халҡыбыҙҙың хайран күркәм сифаттарының береһе, әммә был – икенсерәк осраҡ бит: еңелеү беҙгә мәртәбә өҫтәмәй. Бөгөн, ана, Ҡазанда уйнайбыҙ, унда, ҡунаҡ булһаҡ та, әллә ни тыйнаҡлыҡ күрһәтмәйек, еңеп ҡайтайыҡ инде, былай булмай ҙа баһа, туғандар.

  Еңеү уйынсыларҙан тора, уныһы бар, тик беҙ, көйәрмәндәр, шуға рухланайыҡ, көс бирәйек, бөтөн һауала тигәндәй ошо рух тулып торһон. Юғиһә бер апай «Салауат Юлаев»тың уйнағанын күҙәтеп бараһығыҙмыҡ» - тигән һорауға:

  • Ишетеп кенә. Ҡарап ултырырға ваҡыт юҡ, - тип яуапланы.

«Ваҡыт» һүҙен әле нисек яҙылған шулай әйтте – ғәрәптең яҡынса  «уы» өнөнөң кириллицала «в» тип яҙылып йөрөтөлөүенә һис тә ҡараманы. Ҡайһы берәүҙәрҙең, етмәһә тел менән эш итеүселәрҙең, әлифбала яҙылып ҡуйылған ҡағиҙәне һанға һуҡмауы – «вәғәҙә»,  «Вәхит», «вазифа» тип һөйләүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да бар шул әле, бар. Хәйер, ундайҙар «вазифа» тимәйҙер инде ул, «должность» тиҙер.

  Йә, ярай, орфоэпия менән орфографияны ситкәрәк ҡуйып тороп, фекерҙе дауам итәйек.

  Хоккей – уйын ғына, әлбиттә, бәхәс юҡ, уйнап йөрөгәнсе, етмәһә шуны, телевизорға тексәйеп, ҡарап ултырғансы, файҙалы эш менән шөғөлләнергә - донъя көтөргә кәрәктер. Әммә, төптәнерәк уйлап ҡарағанда, уйын да – мөһим шул.

  Мөһим, сөнки:

  • беренсенән, спорт бөтә донъяла хәҙер – үҙе бер сәйәсәт;
  • икенсенән, көйәрмәнлек – ватандарлыҡ бит ул, нисек кенә

боронғоса яңғырамаһын, - Тыуған илде һөйөү ул. Ошо ватандарлыҡ тойғоһо булмағанда ул, Тыуған ил, әллә ни алға китә лә алмайҙыр.

  Дүртенсенән, бишенсенән тип артабан теҙеп алып китергә лә мөмкиндер, тик улай итеп тормайыҡ– мәсьәлә асыҡ.

ЙЫРЫП СЫҠТЫҠ

  Шунан, еңел һулап ҡуйҙығыҙмы, туғандар?

  Рәсәйҙә сираттағы һайлау тамамланғанына ишаралайым.

  Мин үҙем, бер яҡлап, - эйе, шулайттым, икенсе яҡлап - әллә ни түгел.

  Эйе, сөнки былтыр көҙҙән бирле, хатта йәйҙән тиһәң дә булалыр инде, барған эпопеяның, ниһайәт, осо күренде. Шундай юғары кимәлдәге ике һайлау, бер-бер артлы килеп, процесс ана шулай эпопеяға әүерелеп киткәйне шул. Шуның аҙағын, сәйәси фирҡәләр, президентлыҡҡамы, урындағы советтарға депутатлыҡҡамы кандидаттар ғына түгел, беҙ, хәбәрселәр ҙә, көттөк. Көттөк, сөнки һайлау алды кампанияһы киң мәғлүмәт сараларына, хоҡуҡтарҙан бигерәк, бурыстарҙы күберәк йөкмәтте. Ә дөрөҫөрәге – хоҡуҡтарҙы ҡыҫты: һәр фирҡәгә, һәр кандидатҡа иғтибарҙы ныҡ тигеҙ бүлергә тейешһең. Йәғни берәүһе тураһында һүҙ әйтәһең икән, бүтәндәрҙе лә мотлаҡ телгә алырға бурыслыһың. Шуға күрә лә бит инде, мәҫәлән, үҙәк телеканалдарҙа кисен кандидаттарҙың көн эсендә нимә менән шөғөлләнгәне теҙеп алып китеп һүрәтләнә торғайны. Әйткәндәй, был, журналислыҡ ысулы булараҡ, миңә оҡшап та киткәйне: бик ҡыҫҡа ғына арауыҡта биш кандидаттың эшмәкәрлеге күҙ алдында асыҡ баҫа.

  Икенсе яҡлап ҡарағанда әллә ни еңел һуламайым да, тигәйнем инде. Быны «ауырлыҡ әле лә дауам итә» тип аңлау хаҡ булмаҫ. Дөрөҫө - ауырлыҡтың, йәғни һайлау алды барышын, тауыш биреүҙең үҙен яҡтыртыуҙағы көсөргәнешлектең, хәбәрсене гел, кем әйтмешләй, тонуста тотоуы һәм минең быны, ғәжәп, бигүк яманламауым. Һәм шәп сабып килгән аттымы, ҡеүәтле елдергән поездымы ҡапыл туҡтатыу ҙа - хөрт бит. Туҡтатып булмай ҙа әле ул.

  Ә көсөргәнешлек ысынлап та булды һәм бөгөн иртәнсәк, 8-се 15 минутта «Юлдаш» радиоһында тура эфирға сығып, ошо минуттарға билдәле булған иң яңы мәғлүмәттәрҙе еткергәс, студиянан сыҡҡас, ул, ауырлыҡ, ҡапыл юғалды: йырып сыҡтыҡ бит, туғандар. «Йырып сыҡтыҡ» тиеүҙә лә артыҡлыҡ юҡтыр: ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр менән шөғөлләнгәндә һүҙ өсөн яуаплылыҡ уғата юғары.

  Шуның менән бергә, әйтелде дә инде, хәҙер инде нимәлер етешеңкерәмәгәндәй.

  Етешмәһә, табырбыҙ: бөгөн, ана, «Салауат Юлаев» йәнә «Аҡ барс» менән алыша. Еңеребеҙгә тамсы ла шикләнмәйем.

ЯҘҘЫҢ ИКЕНСЕ КӨНӨНӘ НИӘТ

  Беҙҙең радиола анонс бирелә башланы ла инде, ҡабатлап яҙам: был аҙналағы, 2 мартта эфирға сығасаҡ, «Даирә»лә лә төп һүҙ - илдәге, республикалағы төп ижтимағи-сәйәси күренештәр, ваҡиғалар тураһында буласаҡ. Мәҫәлән, һайлауға нисә генә көн ҡалғанда уға ҡайһылайтып диҡҡәт ҡылмау кәрәкҡ Һәм был үҙенә күрә бер йомғаҡ булараҡ та яңғырар, сөнки тауыш биреүгә ана күпме генә ваҡыт ҡалды.

  Айырым иғтибар дүшәмбе менән шишәмбелә Өфөлә үткән сара – бөтә Рәсәй аграр форумына арналыр тигән ниәттәбеҙ. Шулай, сөнки мөһим был. Рәсәй, баҫыу-ҡырҙары киң ил, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек етештереү яҡлап та донъяны яулап алыр мөмкинлекле дәүләт, ниңә әлегәсә быға өлгәшә алмайҡ Хәҙер, Бөтә Донъя Сауҙа ойошмаһына ингәндә, был мөмкин булырмыҡ Аграр форумда, уның айырыуса хөкүмәт рәйесе Путин ҡатнашлығында үткән пленар өлөшөндә, иғтибар ителгәндер, күп һорауҙарға яуап яңғыраны ла.

  Программаның икенсе өлөшө, ғәҙәттәгесә, тура эфирҙа барыр әңгәмәнән ғибарәт булыр. Был юлы әңгәмә генә түгел, ә «түңәрәк өҫтәл» булыр тип планлаштырабыҙ - һәр хәлдә студияға ғалим, аграр университет уҡытыусыһы Мәүлетбай Абдуллинды һәм ер кешеһен тип әйтәйек – Көйөргәҙе районындағы «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафинды саҡырғанбыҙ.

  Йәғни бөтә программа буйлап, ҙурҙан алғанда, башта аталған бер тема үтер, бер мәсьәләне сисергә тырышырбыҙ - ауыл хужалығын нисек итеп тейешле юғары кимәлгә күтәрергәҡ Юғарылыҡ кәрәк шул – премьер-министр ауыл хужалығын, ана, йыһанды үҙләштереү менән сағыштырҙы бит.

  Йәнә лә бөгөн, бер сәғәттән, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышы башлана. «Сираттан тыш» һүҙбәйләнеше беҙҙе ғәҙәттә һағайта: нимә булды икәнҡ Бына ошо саҡта инде беҙ тотороҡлолоҡтоң ниндәй шәп нәмә икәнен тәрәнерәк төшөнәбеҙ. Шулай тигәндә мин илдәге тыныслыҡты боҙорға маташыусы ҡайһы бер замандаштарыбыҙға ишаралайым. Ә бөгөн һағайыу урынһыҙҙыр: рәсми сығанаҡтар аша белдерелеүенсә, президент хөкүмәт эшмәкәрлеге буйынса хисап яһаясаҡ. Иртәгәге тапшырыуҙа, моғайын, ошо мәсьәләгә лә туҡталып үтелер.

  Студияла, һәр ваҡыттағыса, телефон эшләй: шылтыратып, фекерҙәрегеҙҙе белдерә алаһығыҙ.

  2 март, 11 сәғәт 10 минут. «Даирә».

  Һәм – яҙҙың  тәүге көнө менән ҡотлайым, туғандар!

ЯҺАЛМА «ЮҒАРЫЛЫҠ» БУЛМАҺЫН

  Бөгөн – халыҡ-ара туған тел көнө. ЮНЕСКО 21 февралде сағыштырмаса яңыраҡ, 1999 йылда, ошолай тип иғлан иткән икән. Һәм был, минеңсә, - бик шәп! Шәп, сөнки – туған телгә иғтибар итеү өсөн өҫтәмә бер нигеҙ, сәбәп һәм, хәбәрселәр теле менән әйткәндә - «мәғлүмәти һылтау». Иғтибарҙың йылына бер көндә генә түгел, ә һәр көн, сәғәт, минут һайын булыуын теләр инем, әлбиттә, шулай ҙа быныһы булғас та ярағандыр. Ошо урында телде һаҡлауҙа, яҡлауҙа дәүләттең, йәмәғәт ойошмаларының, халыҡ-ара институттарҙың эше генә әҙ, быны һәр кемебеҙ үҙ кимәлебеҙҙә, хәлебеҙҙән килгәнсә дәрәжәлә, башҡарырға тейешбеҙ тигән аксиоманы әйтергә кәрәктер. Әммә әйтеп тормайыҡ – былай ҙа билдәле. Һәр кемебеҙ, үҙен теле өсөн ҡаты яуаплы тоторға тейеш тип кенә өҫтәйек. Тотһон шул: хатта һөнәрҙәре телгә бәйле булмаған замандаштарыбыҙ ҙа шулай итһен. Хәйер, кем булып ҡына эшләһәң дә, телһеҙ әллә ни эш ҡырып булмай бит.

  Ошо айҡанлы бөгөн кис «Нефтсе» мәҙәниәт йортонда күркәм кисә буласағы белдерелде, быны ла тик маҡтарға мөмкиндер. Киң мәғлүмәт сараларында, үҙем күреп өлгөргәндәрҙән - «Башҡортостан» менән «Йәшлек»тә, мәсьәләгә байтаҡ мәҡәлә арналған. Сибай ҡалаһынан килгән хатта яҙылған күренеш күптәрҙең күңелен әрнеткәндер. Рәмилә исемле һатыусының, башҡортса өндәшкәндәрен яратмайынса, хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡаны хаҡында ул. Һәм  ҡайҙа – Сибайҙа!  Был нимә? Минеңсә - түбәнлекте күрһәтеүсе яһалма «юғарылыҡ».

  Тел мәсьәләһен беҙ «Даирә» программаһында күтәрҙек тә инде – эфирға сығыу көнө 21-нә тура килмәү сәбәпле, быны алдараҡ, 18-ендә, атҡарҙыҡ. Тура эфирға телсе-ғалим Вәкил ағай Хажин килде, ә әңгәмәне «Башҡорт теленең һүҙ һәм йыр сәнғәтендә бөгөнгө ҡулланылыуы: ыңғай һәм кире миҫалдар» тип атаныҡ.  Тапшырыуҙың яҙма варианты ошонда, сайтта, бар, теләгәндәр инеп тыңлай ала, шуға күрә уның тотош йөкмәткеһен хәҙер һөйләп тормайым, дөйөм мәғлүмәт кенә биреп үтәм.

  Әңгәмәнең башында уҡ «педагогия» һәм «педагогика» төшөнсәләре буйынса бәләкәй генә бәхәс булып алды. Хөрмәтле ҡунағыбыҙ үҙен педагогия түгел, ә педагогика фәндәре кандидаты тип таныштырыуыбыҙҙы үтенде, сөнки, уның фекеренсә, тәүге вариант һүҙлектәрҙә юҡ. Беҙ быны, Интернеттағы эҙләү системаларына, һылтанып, йомшаҡ ҡына итеп, инҡар итергә тырыштыҡ. Бәхәс тигәс тә, ул әллә ни тәрәнгә китмәне, дипломатик юлды һайланыҡ һәм мәсьәләне сисеүҙе илгә ҡалдырҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, туғандар, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, ошо блогты, ошо майҙансыҡты нисектер хәҡиҡәтте асыҡлау өсөн файҙаланайыҡ.

  Ә тапшырыуҙа һүҙ интонацияның дөрөҫ булырға тейешлеге тураһнда барҙы, икенсе телдәргә оҡшарға тырышыу кәрәкмәгәнлеге белдерелде. Баҫым мәсьәләһенә ныҡ ҡына туҡталынды. Мәҫәлән, «ҡарамаҫтан» һүҙендә баҫымдың мотлаҡ һуңғы ижеккә төшөргә тейешлеген белдерҙе ғалим, юғиһә икенсе ижеккә ҡуйыу күренеше йыш. Быны, бәлки, һүҙгә нисектер экспрессия, ҡеүәт өҫтәргә теләүгә бәйләп булалыр – кеше әлегене әйткәндә нәфрәт белдерергә лә мөмкиндер ҙә, шулай ҙа мин үҙем һуңғы ижек яҡлымын, телмәремдә шулай итәм дә.

  Яҙма телдең тере телмәргә зыяны тураһында лә һүҙ булды һәм дөрөҫ тә булды - өндәр менән түгел, ә хәрефтәр менән һөйләү күренеше бар бит, хәрефтең өндө ҡағыҙҙамы, дисплейҙамы нисектер белдерә торған шартлы билдә генә икәнлеге онотола.

  Айырым иғтибар башҡорт теленең ҡала мәктәбендә уҡытылыуына бирелде, артыҡ ҡатмарлылыҡ тәнҡитләнде, теорияның баҫып алыуы хата икәнлеге белдерелде.

  Телде байытыу кәрәк һәм бында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең дә әһәмиәте ҙур, әммә, рус йәки инглиз теленән ҡасам тип, ғәрәп, фарсы варианттарына күсеүҙән дә фәтеүә әҙҙер. Ошоно ла әйттек.

  Әңгәмәнең бер өлөшө телдең йыр сәнғәтендәге ҡулланылыуына арналды, ундағы хаталарға, айырыуса бүтән телдәрҙән тәржемә яһағандағы тура килмәүҙәргә, миҫалдар килтерелде. Һығымта шул булды: йырҙар йыш яңғырай, тимәк, хаталар ҙа һәм йырҙа көй генә мөһим түгел, һүҙҙәр ҙә.

  Былары – 18 февралдәге тапшырыу буйынса. Ә ғөмүмән беҙҙең радионың теле һаман камиллаша бара, быға үҙегеҙ ҙә шаһитһығыҙ. Һәм ошо камиллашыуҙа шул иҫәптән ғалимдарҙың, ябай замандаштарыбыҙҙың да, теләктәре, төҙәтеп ебәреүҙәре лә ярҙам итә. Үҙендә тел тойғоһо булған кеше, минеңсә, дөрөҫ юлға тиҙ төшә. Бөтә теләк-тәҡдимдәр менән килешә лә алмайбыҙ, әлбиттә ( мәҫәлән, йырҙы, ҙурҙан алғанда, күстәнәс тип әйтеп булалыр ул барыбер ҙә, бүләк мәғәнәһендә бит, йәнә лә һүҙҙең образлылығы  тигән бөйөк нәмә лә бар ҙа баһа ), шулай ҙа бының өсөн ҙур рәхмәт. Әйтелә бирелгәйне лә инде – фекерҙәрегеҙҙе ошонда яҙығыҙ, күмәкләп тикшерербеҙ.

МӨМКИН

Ил - сираттағы һайлау алдында. Киң мәғлүмәт саралары хәҙер тик ошо хаҡта ғына һөйләй, күрһәтә, яҙамы? Уныһы бар. Бәлки тик ошо турала ғына түгелдер, ә шулай ҙа ғәҙәттәгенән күберәк инде. Ләкин быға түҙеп һәм, хатта, ыңғай ҡарарға кәрәктер. Ниңә? Беренсенән, әллә ни күп тә түгелдер, илдә ике һайлауҙың бер-бер артлы килеүе күренеште сағыулата ғыналыр. Икенсенән, донъяның башҡа илдәрендә лә шулай бит. Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауы ана нисек оҙаҡ арауыҡта бара. Оҙаҡ арауыҡта, сөнки һайлау, беҙҙәге ише, граждандарҙың туранан-тура ҡатнашлығында, бер көн эсендә генә башҡарылмай. Уларҙа бит – бик ҡатмарлы һайлау системаһы.

  Йәмғиәттә, һәр хәлдә уның бер өлөшөндә, һайлауҙарға, йәшермәйек, өҫтән ҡарау ҙа йәшәп килә. Өҫтән ҡаралғанда уның, ысын һайлауҙың, ғәмәлдә булмағанына, ишара яһала. Шуның менән бергә был – ул, һайлау, бөтөнләй булмағанға ҡарағанда яҡшыраҡтыр бит.

  Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Миҙалды әйләндереп ҡараһаҡ – һайлауҙарҙың илдәгеме, айырым төбәктәгеме, ижтимағи-сәйәси тормошто йәнләндереп ебәреүелер. Йәнләндереп ебәреүе һәм вәғәҙәләр биреүҙәр. Кандидаттар беҙҙә генә түгел, тотош донъяла ла һайлаусылар алдында шулай вәғәҙәләр бирә бит – дөрөҫ, ҡайҙалыр улар тормошҡа ашырлыҡ, ҡайҙалыр, көлкө генә тыуҙыра. Шулай ҙа вәғәҙәләр кәрәктер – алға ҡуйылғандың, ә былар – ыңғай нәмәләр бит инде, - өлөшләтә булһа ла тормошҡа ла ашыуы ла мөмкин дәһә…

КӘРӘК

  2012 йыл илдә Рәсәй тарихы тип иғлан ителде һәм был – яҡшы  тигән фекерҙәмен. Кисәге менән йәшәргә кәрәкмәй, үткән эшкә - салауат тиҙәр, уныһы бар, бөгөнгө менән тын алыу хаҡ тип раҫлайҙар, ә иң дөрөҫө - ҡараштарҙы киләсәккә ташлап донъя көтөү тип тә ебәрәләр. Уныһы шулайҙыр, әммә донъяла бер генә нәмәнең дә абсолют булмағанын беләбеҙ һәм был ошо, әлеге осраҡҡа ла тура килә, әлбиттә. Шулай тигәндә барыбыҙға ла киң билдәле һүҙҙәргә - кисәгеһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡлыҡҡа ишаралайым. Был ысынлап та шулай бит инде: бөгөн тигәнебеҙ, иртәгә тыуыу менән, кисәгегә әйләнә лә баһа. Әйләнә һәм беҙ бөгөн эшләгән бөйөк эштәр, тарихта ҡалғас, мөһимлеген юғалтамы ни? Юҡ, әлбиттә, юҡ. Рәсәй тарихында бөгөн өлгө итеп алырлыҡ бик күп күренештәр бар бит һәм ул күренештәр - бер ваҡытта ла иҫкермәй торған нәмәләр. Мәҫәлән, Тыуған илде һөйөү, уны яҡлап яуға күтәрелеү, уның өсөн берҙән-бер ғүмереңде йәлләмәү, аҡсаны фиҙакәр хеҙмәт менән генә эшләү һәм башҡалар.

  Рәсәй тарихы тип аталыуы һәйбәт һәм шулай тигәндә беҙ бер генә, илгә исем биргән, милләтте генә лә күҙҙә тотмайбыҙ, ә унда ғүмер буйы бергә йәшәгән башҡа бик күп ҡәүемдәрҙе лә һәм ысынында ла ошо йөкмәтке, мәғәнә һаҡланһа арыу булыр ине. Ошоно әйткәндә Рәсәй тарихының, мәҫәлән, башҡорт халҡының да бик яҡын ҡатнашлығында яҙылғанын, һәр хәлдә уның яҡты биттәренең яҙылғанын күҙҙә тотабыҙ. Быйыл, ана, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләйбеҙ, ә унда беҙҙең әллә күпме яугирҙең данға күмелгәне, Парижға барып еткәне мәғлүм.

  Йәнә лә шул. Тарих – тарих булып ҡалһын ине ул, таҙа килеш, кемдәрҙеңдер файҙаһына боролмаһын. Юғиһә һуңғы ваҡытта Рәсәй тарихын яңынан яҙыу күренештәре йыш, китаптың ниндәйҙер билдәһеҙ биттәре яҙылһа, асыҡлыҡ индерелһә арыу ул, әле генә әйтеүемсә, үҙгәртелә башлаһа – хөрт.

  Бынан шундай һығымтаны яһайбыҙ - тарих кәрәк шул, кәрәк.

ШУЛАЙ БУЛҺЫН

Көн иҫ киткес матур бөгөн, туғандар!

  Һәм бында ғиллә Рәсәйҙә каникулдың дауам итеүендә генә түгел, ә, мәҫәлән, ағастарҙың ап-аҡ бәҫкә төрөнөп ултырыуында. Башҡа урындарҙа нисектер, ә Өфөлә, бөгөн эшкә барырға сыҡҡанымда, байтаҡ ваҡыт ошо хозурлыҡҡа һоҡланып ҡарап торҙом. Мин йәшәгән урын – яңы район, ағастар әллә ни юҡ, шулай ҙа күҙҙәрем бәҫле ағастарҙы барыбер ҙә тапты. Был күренеш миңә шул хәтлем ки оҡшай, хатта шул бәҫтән машина тәҙрәһен дығырҙатып тырнап таҙартыу ҙа әллә ни ауыр тойолманы.

  Уйлап ҡараһаң, бәҫ - нимә генә инде ул? Туңған һыуҙың кескәй кристалдары. Китапса әйтһәк – еүеш һауа туңыу хәленә етһә, йәғни Фаренгейт буйынса 32, Цельсий буйынса 0 градусҡаса төшһә, бәҫ хасил ҡылына башлай. Шулай ғына, ләкин ҡарап торһаң - үҙе бер сихри донъя. Элегерәк яңы йыл открыткаларында шундайыраҡ һүрәттәр була торғайны.

  Һәм бәҫ - матурлыҡ ҡына ла түгел икән әле, ә матди файҙаһы ла бар, имеш. Кисә беҙҙең радиола бер замандашыбыҙҙың, һәүәҫкәр фенологтың, әйткәнен ишетә биреп ҡалдым. Быйыл бәҫ күп, йыл һәйбәт килә, тине.

  Шулай булһын да.

  • 1