251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Балаларға ҡыуаныс бүләк ит!

Балаларға ҡыуаныс бүләк ит!

 

Башҡорт Викикитапханаһы (интернет селтәрендәге электрон китапхана)  бәйге иғлан итә!

Ул Башҡорт Викикитапханаһына башҡорт телендәге әкиәттәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр күсереп ҡуйыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында ойошторола. Бер ҡатнашыусы интернет селтәренә  1001 әҫәр күсереп ҡуйған көндә бәйге тамамлана һәм еңеүселәр билдәләнә.

Бәйге тәртибе

Башҡорт Викикитапханаһына асыҡ ҡулланыуҙа булған, авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡланмаған башҡорт телендәге әкиәт һәм балалар әҫәрҙәрен  күсереп ҡуйырға кәрәк. Викикитапханала быға тиклем булған әҫәрҙәрҙе яңынан индерергә ярамай.

Бүләктәр

Беренсе урын. Иң беренсе булып 1001 әҫәр күсереп ҡуйыусыға Башҡорт Википедияһының «хаким»ы Рөстәм Нурыевтан батырҙар бүләге — бер һарыҡ йәки һарыҡ хаҡына торошло аҡсалата бүләк;

Икенсе урын. Билдәләнгән ваҡытҡа иң күп әҫәр күсереп ҡуйған, әммә 1001 мәҡәләгә еткерә алмаған ике ҡатнашыусыға Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы уҙаманы Рәзил Һөйөндөковтан  ярты һарыҡ хаҡына торошло аҡсалата бүләк һәм Башҡорт Википедияһының "хаким"ы Зөфәр Сәлиховтан ярты һарыҡ хаҡына торошло компьютер ҡоролмаһы.

Өсөнсө урын.  Билдәләнгән ваҡытҡа иң күп әҫәр күсереп ҡуйған, әммә беренсе һәм икенсе урынға еткерә алмаған ҡатнашыусыға,  Башҡорт «порталы»нан бер ҡойроҡһоҙ төрткө (беспроводная мышь);

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованан дәртләндереү бүләктәре көтә.

Балаларға һин дә ҡыуаныс бүләк ит! Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн ошонда баҫ:

 http://wikisource.org/wiki/Балаларға_ҡыуаныс_бүләк_ит_(бәйге)