251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Белем көнө менән, студент!

1 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙың Киров районы хакимиәте менән берлектә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда "Белем көнө менән, студент!" тип аталған күркәм сара уҙғарҙыҡ. Сараға олоһо ла, кесеһе лә килде, көндөң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, майҙан шығырым тулы ине. Йәйге ялдан һуң бында килеп, дуҫтары менән осрашыу форсаты алған йәштәр, "Юлдаш" ойошторған уйындарҙа ҡатнашып, төрлө бүләктәр отто, яратҡан йырсыларын күреп, уларҙан автограф алыу бәхетенә иреште.