251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Санкт-Петербург һабантуйы

ҺАБАНТУЙҘА ӨШӨП ЙӨРӨП ЯТАМ…

Санкт-Петербургта йөрөп ҡайтылды. Дөрөҫөн әйтәм - өшөп. Хатта – күшегеп. Әҙәм балаһы шулай бит инде ул – башҡа ерҙәрҙә лә, үҙенең тыуған илендәге ише, шәп тип уйлай. Сәфәргә сығыр алдынан, Интернетҡа инеп, ундағы һауа торошон ҡарай ул, ай-һа-ай, тип башын да сайҡай, әммә… Әммә, әллә синоптиктарҙың фаразына, ғәҙәтенсә, ышанмай, әллә юлға артыҡ йөк алғыһы килмәй, әллә бынауындай ҙа йәй көнөндә куртка кейеп йөрөүҙе хуп күрмәй, ҡыҫҡаһы: ни булды – шул булды инде. Ана, фотоларҙа күрәһегеҙ: яңы кейем – шыптыр алырға тура килде. Әйткәндәй, ул Өфөлә ике ятып бер төшөмә лә инмәй торғайны.
Етмәһә - урман араһындабыҙ, ҡалын урман араһында – сөнки, Петербург һабантуйы тип аталһа ла, үҙе Ленинград өлкәһенең Всеволожск районында үтте.
Бына фотолар һалам.
Рәсүл Сәғитов.