251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Һауа торошо (Өфө)

төндә
5..7°C
иртән 4..6°C
көндөҙ 4..6°C
кис 2..4°C
www.gismeteo.ru

Юлдаш акциялары

Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.

Һәүәҫкәр башҡарыусылар өсөн конкурс!

«Юлдаш йыры - 2012» бағыусылары

«Иман». Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре

Аҙан.

Динебеҙ беҙҙе Аллаһ хозурына иң матур тауыш менән саҡыра. Аҙан ишетелгән ерҙән шайтан ҡаса, тине Аллаһ илсеһе. Халҡыбыҙҙа сабыйға исем ҡушҡанда, яңы йортҡа күскәндә аҙан әйтеүҙәр йолаға ингән. Һәм әлбиттә, биш ваҡыт намаҙға аҙан менән әйҙәйбеҙ.

Тыңлау Күсереү |
Рәхмәтле булыу.Исем ҡушыу.

Тәрбиә, әлбиттә, Аллаһ ризалығы өсөн ныҡлы ғаилә ҡороуҙан, хәләл ризыҡ ҡулланып, изге теләктәр менән сабыйҙы донъяға көтөп алыуҙан һәм мәғәнәле, матур исем ҡушыуҙан башлана.

Тыңлау Күсереү |
Изге Рамаҙан айы тамамлана...

Ураҙала саҡта кеше ҡайһы бер тән хәжәттәрен сикләү сәбәпле, рухи яғын камиллаштырыуға, үҙен бар ҡылыусыға яҡынайыуға күберәк мөмкинлек таба һәм бының өсөн Аллаһтан бөйөк фатиха бар.
Изге Рамаҙан айы тамамлана, унда алған оло тәрбиәне ҡалған айҙарҙа ла дауам итергә һәм киләһе Рамаҙандарҙы иҫәнлектә-һаулыҡта, һағынып-шатланып ҡаршы алырға насип булһын!

Тыңлау Күсереү |
Һәр мосолман Рамаҙан айын һағынып көтөп ала...

Имамдар - дин етәкселәре Ислам диненең бишенсе терәге булған Рамаҙан ураҙаһына тағы ла ентекләберәк әҙерләнә - ураҙа тотоу нескәлектәрен ҡабаттан ныҡлап өйрәнә, Аллаһтың хөкөмөн халыҡҡа еткереү, мәктәп һәм мәҙәниәт йорттарында осрашыуҙар ойоштороп, замандаштарының ҡайһыһындыр дәртләндереү, ҡайһыһыналыр аңлатыу хәстәрлеген күрә. Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәрен сағылдырған «Иман» тапшырыуы был юлы Күгәрсен тарафтарынан әҙерләнде. Райондың мөхтәсибәт имамдарын нимә борсой һәм шатландыра? Тапшырыуҙа һүҙ шул хаҡта.

Тыңлау Күсереү |