251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Һауа торошо (Өфө)

төндә
5..7°C
иртән 4..6°C
көндөҙ 4..6°C
кис 2..4°C
www.gismeteo.ru

Юлдаш акциялары

Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.

Һәүәҫкәр башҡарыусылар өсөн конкурс!

«Юлдаш йыры - 2012» бағыусылары

Беҙҙең ғаилә

Шәжәрә төҙөү.

Шәжәрә төҙөү - мәртәбәле һәм киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәтле эш. Уның аша беҙ ата-бабаларыбыҙҙың нисек йәшәүе, ниндәй рухи ҡиммәтәрҙе үҙ итеүе, ниндәй тормошта көн итеүе тураһында хәбәрҙар булабыҙ, данлы шәхестәребеҙҙән өлгө алабыҙ, уйға ҡалабыҙ. Маҡтаулы эшкә тотонғандарға - афарин һүҙҙәре. Киләсәктә уға тотонорға ниәт иткәндәргә иһә уңыштар теләйбеҙ.
Ошо йәһәттән файҙаһы тейерҙәй мәғлүмәттәрҙе , "Беҙҙең ғаилә" тапшырыуында тыңлағыҙ

Тыңлау Күсереү |
Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең бушлай ер алыу хоҡуғы республикала нисек ойошторолған?

***Башҡортостанда 35 357 күп балалы ғаилә йәшәй. Уларҙың 13 600-е торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер алыу өсөн ғариза яҙған һәм сиратҡа баҫҡан. Ҡайһы бер райондарҙа был йәһәттән эштәрҙең тотҡарланыуы, йә иһә бөтөнләй башҡарылмауы нимәгә бәйле?
***«Таланттар йондоҙлоғо» фестивале.

Тыңлау Күсереү |
Ата-әсә наҙына, йылыһына, иркәләүенә һәр бала мохтаж.

Ҡырмыҫҡалы районының Баҡсалы ауылында йәшәүсе Мөхәмәтовтар туғандарын етем итмәйенсә, яҙмыш һынауына ташламай, үҙҙәренең йылы усағына ала.

Тыңлау Күсереү |
"50 плюс. Өлкән йәштең ыңғай яҡтары"

Кешелектең ҡартайыуы һуңғы йылдарҙа мөһим донъяуи бер мәсьәләгә әйләнде. Рәсәйҙә лә ул киҫкен тора. Беҙҙең илдә йәше 50-нән үткән 50 миллион кеше йәшәй. Был ил халҡының өстән бер өлөшө тигән һүҙ. Өлкән йәштәгеләрҙең иҫәбе йылдан-йыл артасаҡ ҡына, ти белгестәр. Беҙ быға әҙерме? Йәмғиәт ололарҙың тулы ҡанлы тормошон тәъмин итә алырмы?
Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы иғтибар үҙәгенә алған "50 плюс. Өлкән йәштең ыңғай яҡтары" тигән конференция хаҡында тыңлағыҙ.

Тыңлау Күсереү |
Өфөләге реабилитация үҙәге эшмәкәрлеге.

Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, уларҙы борсоған мәсьәләр тураһында һөйләшеү.

Тыңлау Күсереү |
Ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн асыласаҡ лагерҙар.

Енәйәттәрҙе иҫкәртеү, бәлиғ булмағандар араһында аңлатыу алып барыу маҡсатында республикала төрлө саралар ойошторола. Хәрби – патриотик йыйындар уҙғарыу – шул йүнәлештә эшләнгәндәрҙең береһе. Ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн асыласаҡ лагерҙар тураһында ,,Беҙҙең ғаилә,, радиожурналында тыңлағыҙ.

Тыңлау Күсереү |