251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Һауа торошо (Өфө)

төндә
6..8°C
иртән 6..8°C
көндөҙ 9..11°C
кис 7..9°C

Юлдаш акциялары

Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.

Һәүәҫкәр башҡарыусылар өсөн конкурс!

Башҡортостан тураһында оло һөйөү менән!

Гитарала уйнап йырлаусыларҙың беренсе асыҡ конкурсы

Ижади конкурс! 10 майға тиклем дан ғаиләләр тураһында яҙығыҙ!

Яңылыҡтар

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала бер аҙна эсендә буш эш урындары 1 мең ярым күбәйгән. Әлегә вакансиялар банкында 22 мең самаһы эш урыны бар. Рәсми эшһеҙлек кимәле бер ярым процент. Үҙәктә 8 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора, шуларҙың ете мең ярымы эшһеҙлек буйынса пособие ала.

Рәсәй хөкүмәте граждандарҙы алдынғы сит ил университеттарында уҡытыу өсөн 5 миллиард һум аҡса бүлә. Был проектҡа ярашлы быйыл 3 мең кеше Европа һәм Ҡушма Штаттары Вуздарында уҡыу хоҡуғын аласаҡ. Сит илдә уҡып ҡайтҡан белгестәр дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарында, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү учреждениеларында эшләйәсәк, тип белдереләр ил хөкүмәтенән.

Күренекле татар драматургы, яҙыусыһы, йәмғиәт эшмәкәре Туфан Миңнулин 77 йәшендә вафат булды. Туфан Миңнуллиндың «Беҙҙең ауыл кешеләре», «Үҙебеҙ һайлағын яҙмыш» пьесалары, «Канкай улы Бәхтийәр» тарихи драмаһы, «Диләфрүзгә дүрт кәйәү», «Әлдермештән Әлмәндәр», «Бисура» комедиялар, «Әсәләр һәм балалар», «Ай булмаһа, йондоҙ бар» драмалары киң танылыу яулаған. Әҙиптең байтаҡ пьесалары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла сәхнәләштерелгән. Туфан Миңнулин Рәсәйҙең, Татарстандың һәм шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Дүртенсе майҙа Башҡортостанда хәләл индустрияны үҫтереүгә арналған осрашыу уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты янындағы «Хәләл» комитеты етәкселеге ошо төр продукция етештереү һәм уны һатыу, шулай уҡ республика предприятиеларының халыҡ-ара күргәҙмәләргә әҙерлек эштәре алып барыуы хаҡында һөйләйәсәк. Сарала Башҡортостан Сауҙа ассоциацияһы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан президенты ҡармағындағы дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет етәкселәре ҡатнаша.

Йылытыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Республика барлыҡ субъекттар араһында 10-сы урында. Рейтингтың тәүге баҫҡысында – Мәскәү ҡалаһы, икенселә – Воронеж, өсөнсөлә - Ростов өлкәһе. Күрше төбәктәр менән сағыштырғанда – Татарстан 13-сө, Пермь крайы – 18-се, Силәбе өлкәһе – 32-се, Ырымбур – 68-се урында. Рейтингты төҙөгәндә авариялар һаны һәм уларҙы бөтөрөү ваҡыты, яғыулыҡ запастары һәм өҫтәмә энергетика менән тәьмин итеү сығанаҡтары булыуы иҫәпкә алынған.

Еңеү байрамына бәйле Башҡортостан халҡы дүрт көн ял итәсәк. 5 май, йәғни ошо шәмбе, хеҙмәт көнөнә тура килгән 7 май өсөн эшләһәк, 8 май, алдағы шәмбе, 12 майға күсерелә, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Шулай итеп, 6, 7, 8, 9 май Башҡортостанда ял көндәре тип иғлан ителә.

Башҡортостанда ветерандар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. «Башавтотранс» предприятиеһы иғлан иткән акция 10 майға тиклем дауам итә. Ветерандар һәм уларға тиңләштерелгән граждандар ҡала эсендәге, ҡала яны һәм ҡала ара автобус маршруттарында бушлай йөрөй ала. Өфөлә ветерандар шулай уҡ трамвай һәм троллейбустарҙа түләүһеҙ йөрөү хоҡуғы менән файҙалана аласаҡ. Юлда йөрөү күләме сикләнмәй.

Бөгөн аҡса әйләнешенә 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған иҫтәлекле тәңкә сығарыла. Рәсәй Банкы тышҡы һәм йәмәғәт бәйләнештәре департаментынан белдереүҙәренсә, номиналы 2 һум булған тимер аҡса 5 миллион берәмек тираж менән сығарылған. Диаметры 23 миллиметр булған тәңкә ҡыйбатлы булмаған металдан эшләнгән. Уның бер яғында Рәсәйҙең Бородино һуғышында еңеүен байрам итеү эмблемаһының рельеф һүрәтләнеше урынлашҡан һәм түңәрәк буйлап “1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығы” тигән һүҙҙәр яҙылған.

2013-14 йылдарҙа газға хаҡ 15 процентҡа артасаҡ, ә 2015 йылда 14,6 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. Ошо туралағы ҡарарҙы Рәсәй хөкүмәтендә ҡабул иткәндәр. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач белдереүенсә, быйыл 1 июлдән тариф 15 процентҡа күтәрелә. Уның әйтеүенсә, өс йылдан инфляция кәмей башлаясаҡ, йәғни, хаҡ артыуҙар ҙур булмаҫҡа тейеш.

Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә түләү өсөн алдағы 5 йылда 210 миллиард һум аҡса бүленә. Сумманың яртыһы төбәк ҡаҙнаһынан, ҡалған өлөшө федераль бюджеттан бирелә. Ил хөкүмәте бындай ғаиләләләргә айына 7 мең һум пособие билдәләү мәсьәләһен өйрәнә. Был сумма кескәй балаға 3 йәш тулғансы түләнәсәк. Ҡанун 2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған сабыйҙарға ҡағыла. Әле Рәсәйҙең 53 төбәгендә тыуым ил буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк.