251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

1 октябрҙән Федераль учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 6 процентҡа арта

Хөкүмәттең ошо туралағы күрһәтмәһе «Рәсәй газетаһында» баҫылып сыҡты. Эш хаҡын арттырыу бюджет һәм автономлы учреждениелар, федераль дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Бынан тыш хәрби частәр, башҡарма власть органдары һәм подразделениеларында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла күтәрелә. Эш хаҡына өҫтәлмәләр дәүләт фәнни академия хеҙмәткәрҙәренә лә түләнә.