251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Бөгөн Өфөлә урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса Волга буйы округының Консультатив советы ултырышы уҙа

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының сәйәси системаны модернизациялау күрһәтмәһен үтәү йәһәтенән, төбәктәрҙә үҙидаралыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыша. Округтың Консультатив советы ағымдағы йылдың июлендә ойошторолдо. Уның составына муниципалитеттар вәкилдәре, эре ҡалалар һәм административ үҙәк хакимиәттәре башлыҡтары, төбәк һәм төбәк-ара ассоциациялар, йәмәғәт структуралары етәкселәре, федераль йыйылыш вәкилдәре, эксперттар инде.