251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Ауыл хужалығы

Республиканың 17 районы шәкәр сөгөлдөрөнә төштө. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, татлы тамыр 11 мең ярым гектарҙа йыйып алынған, был планға ҡарата 21 процент. Әлшәй, Баҡалы, Күгәрсен һәм Стәрлебаш хужалыҡтары майҙандарҙың 50 процентында эште теүәлләгән. Әле аграрийҙар гектарынан уртаса 155 центнер уңыш йыйып ала. Баҡалы, Благовар, Шишмә райондарында был күрһәткес 200 центнерға етә. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, Бүздәк хужалыҡтары ла быйыл мул уңыш йыя, гектар ҡеүәте 230 центнерға етә.