251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Илдең Йәмәғәт палатаһы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса ҡыҙыу элемтә ойоштора

Унда призывниктар һәм ата-әсәләрҙең бушлай шылтыратып, теге йәки был һорауға яуап алыу мөмкинлеге бар. Хәрби хеҙмәткә йыйыныусылар хәрби комиссариаттарҙа, саҡырыу пункттарында һәм медицина комиссияларында булған закон боҙоу осраҡтарын хәбәр итә ала. Телефон һандары 8-800-700-8-800, ҡыҙыу элемтә Мәскәү ваҡыты менән сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй.
1 октябрҙән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, армияға 140 меңдән ашыу йәш егет алынасаҡ.