251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Поездарҙа билет ҡиммәтләнә

«Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте алыҫ араға йөрөгән поездарҙа билет хаҡын арттырырға йыйына. Ул дөйөм һәм плацкарт вагондарға ҡағыласаҡ. «Известия» яҙыуынса, вице-премьер Аркадий Дворкович төрлө ведомстволарға пассажир ташыу тармағын килемле итергә ҡушҡан. Сөнки, тиҙҙән Федераль ҡаҙнанан «Рәсәй тимер юлдары» компанияһын финанслау кәмейәсәк. Программаға ярашлы, 2013 йылда йәмғиәткә 40 миллиард һум бүлеү ҡарала, был сумма быйыл 54 миллиард һумдан билдәләнгән.