251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Грипп ноябрь аҙаҡтарында башланасаҡ тип көтөлә

Рәсәйҙә грипп менән сирләүселәр теркәлмәгән. Әммә, халыҡты вакцинациялау әүҙем алып барылырға тейеш. Ошо турала бөгөн баш санитар табип Геннадий Онищенко «Интерфакс» агентлығына интервьюһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, октябрь айы башланды, ошоға бәйле вакциналар менән тәьмин итеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Табиптар грипп көҙ аҙағында башлана тип фаразлай. Әлегә Рәсәйҙә 2 миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан. Барлығы Федераль бюджет иҫәбенә 32 миллион кешене вакцинациялау ҡарала.