251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Ололарға ярҙам

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә продукция һатып алған пенсионерҙарға аҙыҡ-түлекте йорттарына алып барып еткерергә ярҙам итәсәктәр. Акцияны баш ҡаланың һәр районы ойоштора һәм ул бушлай уҙғарыла. Бының өсөн оло йәштәгеләргә сауҙа майҙанында дежур иткән ойоштороусыларға мөрәжәғәт итергә кәрәк, йә хакимиәттең социаль ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендә алдан ғариза ҡалдырыу мөһим.
Уҙған ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәһенә 40 меңдән ашыу кеше барған. Үҙҙәренең продукцияһын 45 район тәҡдим иткән. Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 15 процентҡа кәмей. Картуф һәм һуған 10-18 һум менән тәҡдим ителә, сөгөлдөр һәм кәбеҫтәнең килограммы 10-20 һум менән һатыла.