251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Һауа торошо (Өфө)

төндә
5..7°C
иртән 4..6°C
көндөҙ 4..6°C
кис 2..4°C
www.gismeteo.ru

Юлдаш акциялары

Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.

Һәүәҫкәр башҡарыусылар өсөн конкурс!

«Юлдаш йыры - 2012» бағыусылары

Рәсәй Президентына 60 йәш тула

Партияларҙың йәштәр ойошмалары Рәсәй Президентының тыуған көнөн киң билдәләргә йыйына. Билдәле булыуынса, 7 октябрҙә Владимир Путинға 60 йәш тула. «Йәш Рәсәй» ойошмаһы Арбатта ижади уҡыуҙар ойоштора, «Урындағылар» хәрәкәте Суворов майҙанында «Путин өсөн» тигән спорт сараһы уҙғара. «Йәш гвардия» Бөтә Рәсәй буйынса байрам акцияһы әҙерләй. Санкт-Петербург хакимиәте Владимир Путин хөрмәтенә концерт үткәрә. Мәскәүҙә «Президент. Киң күңелле кеше» тигән күргәҙмә асыла. Рәсәй башлығының матбуғат хеҙмәткәре Дмитрий Песков белдереүенсә, Владимир Путин тыуған көнөндә йәмәғәт урындарына барырға йыйынмай. 7 октябрҙә ул Санкт-Петербург ҡалаһында яҡындары һәм дуҫтары менән билдәләйәсәк.