251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Өфө - берҙәмлек һәм дуҫлыҡ ҡалаһы

10-11 октябрҙә баш ҡалала профессиональ коллективтарҙың «Өфө - берҙәмлек һәм дуҫлыҡ ҡалаһы» тип аталған фестивале уҙғарыла. Ижади сара Республика көнөнә арнала, Шанхай хеҙмәттәшлек илдәре саммитына һәм алдынғы 5 ил кәңәшмәһенә әҙерлек булып тора. Конкурсҡа Силәбе, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Ижевск, Пермь, Ҡаҙан, Екатеринбург ҡалаларынан, шулай уҡ сит илдәрҙән төркөмдәр саҡырылған. Уларҙың составына 300-ҙән ашыу кеше инә. Фестиваль 10 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында асыла, 11 октябрҙә ижади коллективтар «Ленин» исемендәге майҙанда сығыш яһаясаҡ.