251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

«Йәнтөйәк»

"Йәнтөйәк" - Башҡортостан тураһында оло һөйөү менән! 

 "Йәнтөйәк" - тыуған еребеҙ, яҡташтарыбыҙ, тәбиғәт ынйылары, йолаларыбыҙ хаҡында.

Редакция телефоны - 273-66-68.

 

Аҫҡын боҙ мәмерйәһе.

Тышта 30 градус эҫе, ә унда, Ҡар батшабикәһе донъяһында, температура йыл әйләнәһенә ноль тирәһе, бәлки саҡ ҡына түбәнерәктер ҙә. Тирә-яҡты боҙ һындар уратып алған. Улар хайуандарҙы хәтерләтә. Мамонттар, аттар, айыуҙар, ана, ситтәрәк, ҡуян һәм бүреләр…. Әлбиттә, был һәр кемдең фантазияһына бәйле. Һындарҙы иһә Тәбиғәт тигән бөйөк рәссам тыуҙырған.

Таныш булығыҙ, боронғо тәбиғәт музейы – Аҫҡын боҙ мәмерйәһе.

"Ләлә-Тюльпан" һәм "Ихлас" мәсеттәре.

Мәсет – йыйыусы, туплаусы, берләштереүсе урын. Ул тигеҙлек символы, берҙәмлек һәм килешеү сығанағы, ти дин әһелдәре.
Изге Рамаҙан айында баш ҡалабыҙ Өфөнөң гүзәл иман йорттары – "Ләлә-Тюльпан" һәм "Ихлас" мәсеттәренә сәфәргә саҡырабыҙ.

Хәйбулла районы.
Инйәр

Инйәр. Урғып, таштан-ташҡа һикереп, ашығып аға ул. Талғын аҡҡан урындары юҡ тиерлек. Уның бөтә гүзәллеген күреү өсөн һыу буйлап сәйәхәт итергә кәрәк. Шул саҡта ғына йылғаны ҡурсалап торғандай, теҙелеп киткән мәғрур ҡаяларҙы, көс-ҡөҙрәт өҫтәр ғорур ҡарағайҙарҙы күрергә мөмкин.
Зөһрә Арсаеваның «Йәнтөйәк» тапшырыуы Инйәр буйлап сәйәхәткә саҡыра.

Асылыкүл.

Асылыкүл - әсе күлме, аҫылмы, асыҡмы, әллә асыулымы? Был һорауҙың яуабын ,,Йәнтөйәк,, тапшырыуында ишетерһегеҙ. Зөһрә Арсаева һеҙҙе Дәүләкән районында урынлашҡан Асылыкүл буйына сәйәхәткә саҡыра.

Шүлгәнташ мәмерйәһе.

…Меңләгән йылдар элек был ергә Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең, уларҙың улдары - Урал һәм Шүлгәндең кендек ҡаны тамған. Тиңе булмаған тәбиғәт ынйыһы – Шүлгәнташ мәмерйәһенә арналған тапшырыу.

Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы. Әүештау, Әүекүл, Әүлиә шишмәһе.

Һөйәнтөҙ.

Ҡариҙел районы. 276 йыл элек ошо урында Һөйәнтөҙ тип аталған матур башҡорт ауылы булған. Бөгөн был ерҙә ҡасандыр кешеләр йәшәүен төҫмөрләү ҙә ҡыйын... 

Ирәмәл - Көньяҡ Уралдың гүзәллек символы.
Иҙел башы.